

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 июлдә иртәнсәк Иглин районының Оло Теләк ауылында автомобиль йәйәүлене бәрҙергән. Алған йәрәхәттәрҙән 38 йәшлек ҡатын урында уҡ һәләк була. Водитель юл фажиғәһе урынын ташлап ҡасҡан.
Оператив-эҙләү саралары барышында “Хендай Соната” автомобиле күрше ауылда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан табыла. Водителдең шәхесе лә асыҡланған, ул 37 йәшлек урындағы ҡатын булып сыҡҡан. Тикшереүҙәр уның тынында 0,649 мг/л алкоголь булыуын күрһәтә.
Шул көндө үк ҡатынды ҡулға алғандар, тикшереү саралары үткәрелә. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, һәләк булған ҡатындың биш балаһы булған.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.