

Баймаҡ районында йәш пар батып барған баланы ҡотҡарған.
Граф күле янында көслө һыу ағымы ике малайҙы алып китә. Берәүһе йөҙә белгән, икенсеһе - юҡ.
Ярҙағыларҙың береһе лә балаларҙы ҡотҡарырға ашыҡмай. Шул саҡта йәштәр — Динислам һәм Дилә — һыуға ташлана. Беренсе булып Динислам һыуға һикерә, артынса ҡотҡарыу ҡулсаһы тотҡан Дилә.
Был ваҡытҡа малай аңын юғалтып күгәрә башлаған була. Ярай әле Дилә Сибай медицина колледжын тамамлаған була — ул реанимация үткәрә. Малай терелә.
«Һеҙ минең улымды һәм минең ғүмеремде ҡотҡарҙығыҙ. Ул үлһә, мин дә йәшәй алмаҫ инем», - тип малайҙың әсәһе күҙ йәштәренә төйөлөп рәхмәт әйтә.
Динислам менән Дилә маладис, әлбиттә. Әммә атай-әсәйҙәргә уяу булыр кәрәк.
Шулай уҡ Нефтекамала сапбордта китеп барған ир-егет батып барған уҡыусыны ҡотҡарған. Беүә йылғаһындағы бетон күпер янында олатай өс ейәне менән ял итә. Ике үҫмер (14 һәм 15 йәш) ҡарауһыҙ һыу инергә китә, һәм уларҙың бәләкәйе бата башлай. Яҡында ғына сапбордта егет йөҙөп барған була - ул малайҙы һыуҙан тартып сығара. 14 йәшлек егетте реанимацияға алып китәләр. Урын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, тыйыу билдәләре була.
Көндәр эҫе тора. Барыһы ла йылға-күл буйында. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: Динислам/Дилә.