Хәүефһеҙлек
28 Июль , 10:05

Һыуҙа - фажиғә...

Ашығыс ярҙам килеп өлгөрһә...

Һыуҙа - фажиғә...Һыуҙа - фажиғә...
Һыуҙа - фажиғә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Өфө янындағы Йылы күленең ташландыҡ каналында ике гидроцикл бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә 35 йәш самаһындағы ир ауыр йәрәхәт ала. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡаланың ашығыс хеҙмәттәре ебәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир кеше бригада килгнәнгә тиклем йән бирә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

Бәләкәй судноларға, шул иҫәптән гидроциклдарға иҫерек килеш идара итеү ҡәтғи тыйыла.

Алкоголь хәрәкәт тиҙлеген, координацияны боҙа, был һыуҙа йыш ҡына төҙәлмәҫлек фажиғәләргә килтерә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: гидроцикл — юғары хәүеф сығанағы, ул ҙур иғтибар һәм ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәүҙе талап итә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас