Хәүефһеҙлек
29 Июля , 14:50

Батып барған баланы ҡотҡарам тип... үҙе һыу аҫтына китә

Урындағы халыҡ әйтеүенсә...

Батып барған баланы ҡотҡарам тип... үҙе һыу аҫтына китәБатып барған баланы ҡотҡарам тип... үҙе һыу аҫтына китә
Батып барған баланы ҡотҡарам тип... үҙе һыу аҫтына китә

Өфөлә баланы ҡотҡарам тип үҙе һәләк булған 25 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү дауам итә.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылы күлендә фажиғәле хәл була. 25 йәшлек ҡыҙ батып барған баланы ҡотҡарам тип үҙе һыу аҫтына китә. Әле лә уның кәүҙәһен таба алмайҙар. Быйыл яҙ 25 йәше тулған ҡыҙ һәләтле рәссам, урындағы католик сиркәүенең әүҙем мәхәллә ағзаһы булған.

Ул көндә +38 градусҡа еткән эҫелә күлгә килгән халыҡ араһында яҡындары менән 10 йәшлек ҡыҙ ҙа була. Бер мәл ул һыуға һикерә, бата башлай, ярҙам һорап ҡысҡыра. Уны беренселәрҙән булып яр буйында ултырған 25 йәшлек ҡыҙ күрә лә ҡотҡарырға ашыға. Яр буйында рюкзагы, әйберҙәре ҡала. Һыу уның үҙен дә түбәнгә тарта башлай. Был мәлдә пляжда ял иткән ирҙәрҙең береһе баланы тартып сығарып өлгөрә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙы ҡотҡара алмай…

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡыҙҙың соҡорға эләгеүе лә ихтимал: фажиғә булған урында һыу күтәрелеүе сәбәпле, бик күп соҡор барлыҡҡа килгән. Водолаздар ҡыҙҙы бер нисә көн эҙләй, әммә көслө ағым арҡаһында уны табыу әлегә мөмкин түгел. Ҡотҡарыусылар көн һайын катерҙарҙа һыу буйын тикшерә.

Фото сығанағы: Башкирия Online.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас