

Күп йорттарҙа популяр үҫемлек – аҡса гөлө (ағасы) үҫеүен күрергә мөмкин, әммә күптәр уның “яйлап үлтереүсе” икәнлеген белмәй. Ул бик хәүефле һәм кешегә зыян килтереүе мөмкин. Уны ҡарауы еңел, ул тиҙ үҫә, халыҡ һынамыштарына ышанһаң, йәнәһе, финанс яҡтан именлек килтерә. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫемлекте йортта тотоу дөрөҫ түгел.
Ни өсөн?
Аҡса гөлөнөң бер нисә тиҫтә төрө бар, әммә беҙҙә йомортҡа формаһындағы йыуан ағас (толстянка яйцевидная) ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Үҫемлектең ағыулы булыуын белергә кәрәк. Әгәр һаҡһыҙлыҡ менән япрағын һындырһағыҙ, аллергия реакцияһы алырға мөмкин. Әгәр балалар өҙөлгән япраҡты тәмләп ҡарарға теләй икән, уларҙың ағыуланыуы ихтимал, сөнки япраҡтарында аҙ миҡдарҙа ғына булһа ла мышьяк бар. Шулай уҡ аҡса гөлөн йорт хайуандарынан алыҫтараҡ тоторға кәрәк.
Айырым осраҡтарҙа был үҫемлектән ҡоҫоу, баш әйләнеү, эс китеү, аңды юғалтыу йәки эстә киҫкен ауыртыу кеүек ағыуланыу күҙәтелеүе мөмкин.
Организм бәләкәй дозалар менән зарарланһа ла, үҫемлек менән ағыуланыу пассив булыуы ихтимал. Баштың еңелсә әйләнеүен йәки аппетит боҙолоуын тойорға мөмкин. Был кешенең күп ваҡытын аҡса гөлө янында үткәргән осраҡта ғына була.
"Толстянка"ны йоҡо бүлмәһендә лә, аш бүлмәһендә лә тотмағыҙ, сөнки был урындарҙа һеҙ йышыраҡ булаһығыҙ, тимәк, үҫемлек аҡрынлап һеҙгә зыян килтерәсәк.
Әгәр һеҙгә аҡса гөлө бик оҡшай икән, уны бирсәткә кейеп тәрбиәләү һәм йорт хайуандарынан, бәләкәй балаларҙан алыҫта тотоу яҡшыраҡ. Ағыуланыу хәүефен кәметеү өсөн балконда тоторға кәңәш ителә.
Әйткәндәй, эмоциональ яҡтан тотороҡһоҙ кешеләргә лә был үҫемлекте өйҙәрендә тотоу кәңәш ителмәй. Сөнки, әгәр ул һулыһа, быны насар билдә тип ҡабул итергә һәм апатияға бирелеп, борсолоуҙары ихтимал. Һөҙөмтәлә хатта депрессия башлана ала, ти белгестәр.
Автор фотоһы.