Хәүефһеҙлек
30 Июль , 11:05

"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."

Беҙҙе һынау дауам итә. Ошондай хәлдәр булды...

"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ...""Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."

Быйылғы йәйге көндәр йә көслө ямғырҙары, йә көйҙөргөс эҫе көндәре менән беҙҙе ныҡлыҡҡа һынауын дауам итә. Ошо көндәрҙә Өфөлә көслө ямғыр, ел-дауыл тағы ла көсөн күрһәтте.

– Ғәрәсәт эҙһеҙ үтмәне. Ямғыр, ел-дауыл ваҡытында Өфөнөң Киров районында ағастар ҡоланы: Коммунистик урамында ағас тротуарға, автомобилгә ауған, бер ботаҡ өйгә төшкән. Салауат урамындағы 13-сө йорттоң кабель линияһына ағас зыян килтергән; Рабкоров урамында ағас балалар майҙансығына ауған. Бәхеткә күрә, барыһы ла таң менән булғанлыҡтан, зыян күреүселәр юҡ.

Ситтән ҡарағанда, тышҡы торошо сәләмәт күренгән ағастар ҙа йыш ҡына авария хәлендә була. Уларҙың күбеһенең эсе ҡыуыш, тамырҙары ла көсһөҙләнгән. Улар һауа торошо насар булғанда хәүеф тыуҙыра. Әлеге ваҡытта хәл контролдә тотола. Коммуналь хеҙмәттәр һәм идара итеүсе компаниялар йығылған ағастарҙы таҙарта, зыян күргән коммуникацияларҙы тергеҙә, эргә-тирәләге биләмәнең хәүефһеҙлеген баһалай. Беҙ йәшел үҫентеләрҙе тикшергәндә авария хәлендәге ағастарҙы алып ташлау буйынса системалы эште дауам итәсәкбеҙ – халыҡтың хәүефһеҙлеге беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө, – тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан ошо тәбиғәт ғәрәсәтенән һуң ҡалған күренештәрҙе фотоға төшөрөп ебәреүҙәр дауам итә. Мәҫәлән, 1-се фотоһүрәтте Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Рихард Зорге урамындағы 23-сө йорт янында төшөргәндәр. "Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ, баҡтиһәң, тәҙрә янында үҫкән йыуан олонло ағас гөрһөлдәп ауған..." - ти унда йәшәүсе уҡыусыбыҙ.

Ярай әле таңда кешеләр өйҙә саҡта үткән был дауыл, тип шатланырға ғына ҡала инде. Ғәрәсәт эҙемтәләре тиҙ арала ҡала хеҙмәттәре тарафынан бөтөрөлгән. Алда ла көндәрҙең тотороҡһоҙ булыуы, ҡойма ямғырҙар көтөлөүе тураһында хәбәр итә һәм һаҡ булырға саҡыра Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Дауыл ваҡытында урамда ҡалған осраҡта реклама щиттары, ағас ботаҡтары аҫтына ҡасмағыҙ - бик хәүефле, ти ҡотҡарыусылар.

Фотолар: уҡыусыларыбыҙҙан һәм ошо һылтанма буйынса: https://vk.ru/photo517762094_457266776

"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
"Нимә шартланы икән тип ҡурҡып килеп торҙоҡ..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас