Хәүефһеҙлек
1 Августа , 13:00

2026 йылдың мартынан Башҡортостанда "Антифрод" дәүләт системаһы эшләй

2026 йылдың мартынан Башҡортостанда «Антифрод» дәүләт системаһы эшләй. Уның маҡсаты – онлайн енәйәттәргә ҡаршы тороу.

2026 йылдың мартынан Башҡортостанда "Антифрод" дәүләт системаһы эшләй2026 йылдың мартынан Башҡортостанда "Антифрод" дәүләт системаһы эшләй
2026 йылдың мартынан Башҡортостанда "Антифрод" дәүләт системаһы эшләй

Рәсәй Хөкүмәтенең кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы система өсөн яңы эш сценарийҙарын яраштыра. Мәҫәлән, әгәр оператор сим-картаны яуызлыҡ ҡылыусы үҙ ҡулына алыуын теркәһә, номер буйынса дистанцион банк хеҙмәтләндереүе 24 сәғәткә туҡтаясаҡ.

Хөкүмәт тормошҡа ашырған саралар арҡаһында 2026 йылдың тәүге алты айында Рәсәйҙә киберенәйәттәр һаны өстән бер өлөшкә кәмегән.

"Мутлашыусылар даими рәүештә үҙҙәренең схемаларын үҙгәртә һәм яңы шарттарға тиҙ яраҡлаша. Был беҙҙең иҫкәртеү системаһы алдан эшләргә тейеш тигәнде аңлата. Оперштаб эшенә федераль ведомстволар, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары, Рәсәй банкы, бизнес вәкилдәре ҡушылды. Беҙҙең маҡсат – онлайн енәйәтселәргә ҡаршы тороу өсөн көстәрҙе берләштереү",  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары һәм Рәсәй Хөкүмәте аппараты башлығы Дмитрий Григоренко.

 

Фото: «Антифрод» дәүләт системаһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас