Хәүефһеҙлек
1 Августа , 12:05

Велосипедсыға ни бары 19 йәш булған...

Ҡырмыҫҡалы һәм Мәсетле райондарында үлемесле авариялар теркәлгән.

Велосипедсыға ни бары 19 йәш булған...Велосипедсыға ни бары 19 йәш булған...
Велосипедсыға ни бары 19 йәш булған...

Ял көндәре күңелһеҙ яңылыҡтар менән башланды.

Мәсетле районында юл фажиғәһендә мопед водителе һәләк булған. Төнгө сәғәт 1 тирәһендә Кропачёво - Мәсәғүт - Әчит юлының 101-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 56 йәшлек ир “Венто Риво” мопедында китеп барғанда, уны “Kia Spectra” автомобилендәге  33 йәшлек водитель тапатҡан. Юл полицияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Ә Ҡырмыҫҡалы районындағы юл фажиғәһендә бер егеттең ғүмере өҙөлгән. Авария иртәнге 10-сы яртыла Ырымбур трассаһының 36-сы саҡрымында, Иҫке Мусанан 5 саҡрым алыҫлыҡта булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә 44 йәшлек фура водителе һөйләүенсә, велосипедсы уның янынан китеп барған һәм ҡапыл ҙур йөк машинаһы алдына килеп сыҡҡан. 19 йәшлек егет ваҡиға урынында йән биргән.

Автоинспекторҙар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Сығанаҡ: “Башинформ”

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙhttps://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Карима Усманова
Читайте нас