Хәүефһеҙлек
2 Августа , 09:20

Ир-аттарҙы илатыр фажиғә

Башҡортостанда йәнә ҡурҡыныс авария... 

Ир-аттарҙы илатыр фажиғәИр-аттарҙы илатыр фажиғә
Ир-аттарҙы илатыр фажиғә

Бөгөн 2 августа, иртә менән Башҡортостандың Борай районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 16 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Был хаҡта республиканың баш Дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, М-12 Көнсығыш федераль трассаһының 1290-сы километрында 52 йәшлек водитель идара иткән Volkswagen Polo автомобиле юлдаш йүнәлештә хәрәкәт иткән MAN йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә 16 йәшлек еңел автомобиль пассажиры үлемесле йәрәхәттәр ала һәм ваҡиға урынында вафат була.

Авариянан һуң интернетта был хәлдең фотолары баҫалды. Унда емерек машина янында битен ҡаплап ултырған ир фотоһы бар. Күрәһең, йәшәй ҙә башларға өлгөрмәгән үҫмерҙең үлемен күргән водителдәрҙең береһелер... Ир-аттар ҙа баш тоторлоҡ, иларлыҡ фажиғәләр булмаһын ине. Юлда һаҡ булайыҡ, дуҫтар. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек. 

Фото: ДАИ. 

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас