

Бөгөн Хәйбулла районында фажиғәле хәл теркәлгән. Рөхсәт ителмәгән урында һыу инеп, 65 йәшлек ир батып үлгән. Оло йәштәге кешенең кәүҙәһен Аҡъяр ауылы эргәһендәге Таналыҡ йылғаһында тапҡандар. Район хакимиәте белдереүенсә, йылғаның был участкаһы һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, был хаҡта яр буйында ҡуйылған аншлагтар хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив-тикшереү сараларын башлаған.
Көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле, быйыл республика буйынса һыуға батып үлеүселәр һаны көндән -көн арта. Спиртлы эсемлектәр эскәс, һыуға инмәгеҙ. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу төшмәгеҙ. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән иҫкәртеүҙәр ҙә һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыуға бер аҙым булып тора.
Автор фотоһы.
"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash...