Хәүефһеҙлек
6 Августа , 07:00

Сибайҙа тракторсыны иркенән мәхрүм иттеләр

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә...

Сибайҙа тракторсыны иркенән мәхрүм иттеләрСибайҙа тракторсыны иркенән мәхрүм иттеләр
Сибайҙа тракторсыны иркенән мәхрүм иттеләр

Сибай ҡала суды урындағы иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ғәйепле тип таныла (ҡулланыу маҡсатында ялған таныҡлыҡ һатып алыу, һаҡлау һәм уны ҡулланыу).

Судта асыҡланыуынса, 2025 йылдың сентябрендә ир социаль селтәрҙәге  билдәһеҙ кешенән 200 мең һумға ялған тракторсы-машинист танытмаһын һатып алған. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ул йөк тейәүсе водителе, ә һуңыраҡ юл-патруль хеҙмәте инспекторы вазифаһына эшкә урынлашыу маҡсатында документ тапшыра.

Ул енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Суд, дәүләт ғәйепләүсеһенең дәғүәләрен иҫәпкә алып, был ирҙе һигеҙ  айға иркенән сикләү тураһында хөкөм ҡарары сығара.

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә...

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас