Хәүефһеҙлек
12 Августа , 14:45

Башҡортостандан Себергә ҡайтып барғанда һәләкәткә осрағандар

Әсә менән өлкән ҡыҙы һәләк булған. Атай кеше менән ҡалған балаларҙы Төмән дауаханаһына алып киткәндәр. 

Башҡортостандан Себергә ҡайтып барғанда һәләкәткә осрағандарБашҡортостандан Себергә ҡайтып барғанда һәләкәткә осрағандар
Башҡортостандан Себергә ҡайтып барғанда һәләкәткә осрағандар

12 июлдә Башҡортостан юлдарында юл-транспорт хәрәкәттәре теркәлде. Өфө һәм Илеш райондарындағы аварияларҙа ике кеше һәләк булды. 

Таңғы сәғәт 5-6-ларҙа Илеш районында «Тенет» автомобиленең 31 йәшлек водителе юл ыңғай китеп барған «Исузу» йөк машинаһы менән бәрелешә. Ир ауыр яралар менән дауаханаға оҙатыла, ә 20 йәшлек пассажир ҡыҙ урында вафат була.

Ә Өфө районының Шмидт ауылы янында шаһиттар урман ситендә ауған машинаға тап була, янында йәнһеҙ ир кәүҙәһен табалар. Ул Сорғот ҡалаһынан республикаға килгән 37 йәшлек ҡунаҡ була.

Башҡортостандан Себергә ҡайтып барған күп балалы ғаилә иһә Төмән ҡалаһы янында юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Lada Largus рулендә 42 йәшлек Айгөл Х. була. Янында ире һәм дүрт балаһы. 

Илдар Х. әйтеүенсә, машинаны ныҡ ҡына һелкетә, ул ҡатынына туҡтарға ҡуша, әммә алда шунда уҡ икенсе соҡорға эләгәләр. Автомобиль ҡаршы һыҙатҡа оса, унда икенсе машина менән бәрелешә. Унда ике балалы ғаилә ултырған була.

Өлкән 11 йәшлек ҡыҙҙары шунда уҡ атаһының ҡулында вафат була, Айгөл - табиптар килгәс. Ирҙе һәм 10 йәшлек икенсе ҡыҙҙарын, алты һәм 14 йәшлек улдарын Төмәнгә дауаханаға алып китәләр. 

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ юлдың насар булыуына зарлана. Ә теге соҡорҙарҙы юл хеҙмәттәре йәһәтләп ямап ҡуялар. Һәм, ремонт планлы рәүештә башҡарылды, тип белдерәләр. 

Айгөл менән ҡыҙын Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында ерләйҙәр. Ғаилә ағзаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Хөрмәтле юлдағылар! Һаҡ, уяу булығыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, юлдарҙың торошона ла иғтибарлы булығыҙ. Хәҙерге заманда хәрәкәт көслө. Барыр еребеҙгә имен-аман барып етәйек.

 

Фото: Төмән өлкәһе ДАИ-һынан.

 

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас