

Башҡортостанда машина ике йәшлек мышыны бәрҙергән. Авария Дүртөйлө – Нефтекама юлының 18-се километрында булған.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мышы юлға ҡапыл сығып, автомобилгә бәрелгән. Хайуан һәләк булған. Водитель һәм пассажирҙар зыян күрмәгән. Республиканың һунар сығанаҡтарына 80 мең һум күләмендә зыян килтерелгән.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урман участкаларында ҡырағай хайуандар ҡапыл килеп сығыуы ихтимал. Водителдәргә айырыуса эңер ваҡытында һәм ҡараңғыла иғтибарлы булырға кәрәк.
Хөрмәтле водителдәр, йәйәүлеләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.
Фото сығанағы: Башкирия Online.