

БР Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 августа кисен 33 йәшлек ир “Лада Нива” автомобиле рулендә аварияға осраған. Ул Иглин районының Кәлтә ауылы яғынан Иглин ауылына табан хәрәкәт иткән саҡта юлдың 23 километрында транспортҡа идараны юғалтып, ситкә сығып түңкәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 54 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була, водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Водитель транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына эйә булмауы билдәле.
Юл фажиғәһе буйынса тикшереү башланды.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.