

Бөгөн Өфөлә бәлиғ булмаған балаларға бәйле хәүефле хәл булды. Баш ҡаланың Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә 16 йәшлек ҡыҙ бала Высотная урамындағы йорттоң фатирына килеп инә һәм ике бер туған ҡыҙға бысаҡ менән ташлана.
Һөҙөмтәлә 16 һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар йәрәхәттәр ала. Уларҙы дауаханаға алып китеп, операция яһайҙар, әле ҡыҙҙар реанимацияла. Ҙурының хәле үтә ауыр тип баһалана, бәләкәйе тотороҡло ауыр хәлдә.
Һөжүм иткән ҡыҙға килгәндә, ул ҡыҙҙарға сәнскәндән һуң йорттан сығып ҡаса. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған да. Ҡыҙ менән тәфтиш эштәре үткәрәләр, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, низағ үҙ-ара килешмәүсәнлек арҡаһында килеп сыға. Уларҙың низағы мәктәптә уҡыған саҡта уҡ башланған. Ҡыҙҙарҙың нимә бүлешә алмағаны әлегә билдәле түгел.
Шулай уҡ асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ҡыҙ быға тиклем дә уларҙың фатирына инергә маташҡан. Бөгөн ул уйлағанын тормошҡа ашыра алған. Шулай уҡ фатирҙа ҡыҙҙарҙың бәләкәй ҡустыһы ла булған. Ул подъезға йүгереп сыҡҡан һәм күршеләренә туҡылдатып ярҙам һораған. Улар полиция һәм табиптар саҡырған. Малай йәрәхәттәр алмаған.
Фото: "Башинформ".