

Бүздәк районында янғын һүндергәндә ирҙең кәүҙәһе табылған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Песмәнтамаҡ ауылында 6х8 метр ҙурлығындағы бүрәнә йорт янған.
Янғын урынын тикшереү барышында верандала һәләк булған 71 йәшлек ир табыла. Тәфтиш-оператив саралар үткәрелә, ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәгеҙ:
Фото: mchsrb.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.