Хәүефһеҙлек
31 Августа , 05:00

Ҡатын үҙен һәләк иткән

Ауыл эсендә - ҡурҡыныс авария...

Ҡатын үҙен һәләк иткәнҠатын үҙен һәләк иткән
Ҡатын үҙен һәләк иткән

Балтас районында, Иҫке Балтас – Асҡын автомобиль юлының 21 километрында, аварияла ҡатын һәләк булған.  

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 7-лә “Шкода Октавия” автомобиле рулендәге 26 йәшлек ҡатын,  транспортҡа идараны юғалтып, түңкәрелә. Үҙе шунда уҡ һәләк була, 17 йәшлек пассажиры, төрлө йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатыла. Рулдәге ҡатындың водитель таныҡлығы булмауы билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Уҙған шәмбенән йәкшәмбегә ҡарай республиканың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1400-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 56 иҫерек водитель идара итеүҙән ситләтелгән, уларҙың икәүһе иҫерек килеш рулгә ултырған булған.

Шулай уҡ юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙың – 64, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙың – 52, транспорт менән идара итеүҙең өс осрағын асыҡлаған.

Хөрмәтле граждандар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға битараф ҡалмағыҙ. Әгәр һеҙ водителдең иҫерек килеш автомобилгә ултырыуына осраҡлы шаһит булһағыҙ, был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны” аша хәбәр итегеҙ: 8-347-279-32-92 йәки GIBDDRB_02bot дәүләт автоинспекцияһының чат-ботында. Бәлки, тап һеҙҙең шылтыратыуығыҙ водителдең генә түгел, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың да ғүмерен ҡотҡарыр.

Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас