Хәүефһеҙлек
2 Сентября , 08:00

Баланы интернетта нисек һаҡларға?

Һеҙҙең иғтибарға Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова‑Белованан кибер хәүефһеҙлек буйынса видеодәрестәр тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы мотлаҡ балаларығыҙ менән бергә ҡарағыҙ. Беренсе сығарылышта мутлашыусылар, хәүефле челлендждар, үҫмерҙәрҙе вербовкалау һәм зарарлы контент тураһында һүҙ бара. Ошо видеояҙманы яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ, был балаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер! 

Баланы интернетта нисек һаҡларға?Баланы интернетта нисек һаҡларға?
Баланы интернетта нисек һаҡларға?

Балағыҙға хәүеф тураһында ябай һүҙҙәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләгеҙ. Ниндәй сайттар һәм ҡушымталарҙың хәүефһеҙ булыуын, ә ҡайһыларын урап үтеү яҡшыраҡ икәнен күрһәтегеҙ. Әгәр бала интернет аша ниндәйҙер хәүеф һиҙһә, шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатһын.

Быйылғы йылдың тәүге 6 айында ғына Рәсәйҙә интернет‑енәйәтселәрҙән 6 меңгә яҡын бала зыян күргән. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек уҡыусы ирекһеҙҙән мутлашыусыларға ярҙам иткән. Улар сәскәләргә ташлама вәғәҙә иткән, ә һуңынан үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип танытып, ҡыҙҙан әсәһенең карталарын һәм СМС-кодтарын һорап алған һәм иҫәптән 140 мең һум аҡсаны урлаған.

Һеҙҙең иғтибарға Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова‑Белованан кибер хәүефһеҙлек буйынса видеодәрестәр тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы мотлаҡ балаларығыҙ менән бергә ҡарағыҙ. Беренсе сығарылышта мутлашыусылар, хәүефле челлендждар, үҫмерҙәрҙе вербовкалау һәм зарарлы контент тураһында һүҙ бара. Ошо видеояҙманы яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ, был балаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер!

Фото: видеодәрестән скриншот. 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас