

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Баймаҡ районының Калинин ауылында шәхси йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартлаған. Һөҙөмтәлә ике кеше — 75 йәшлек ир һәм 65 йәшлек ҡатын зыян күргән – тәндәре янған. Уларҙы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегенә алып киткәндәр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, газ ҡорамалын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу шартлауға сәбәпсе булған. Янғын һүндереүселәрҙе ваҡиға урынына саҡырмағандар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көнкүреш газын хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра:
Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү фажиғәле эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Фото: @mchsrb.