

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районы эске эштәр бүлегенә Кушнаренко ауылында урынлашҡан уҡыу йорттарының береһенең директоры мәктәп биләмәһендәге ваҡиға тураһында хәбәр иткән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туғыҙынсы класс уҡыусылары араһында бәхәс сыға, һөҙөмтәлә үҫмерҙәрҙең береһе икенсеһенә бысаҡ менән сәнскән.
Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай. Аңлатыу өсөн бәлиғ булмаған баланы ата-әсәһе менән бергә полиция бүлегенә алып киләләр. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә.
Кушнаренко районы башлығы Марат Латипов мәктәптә булған.
- Әле урында бөтә ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлде асыҡлайбыҙ. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау һәм бындай факттарға юл ҡуймау буйынса бөтә кәрәкле саралар күреләсәк, – тип яҙҙы Марат Латипов үҙенең социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә.