Хәүефһеҙлек
2 Сентября , 13:15

Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...

22 йәшлек егет дуҫтары менән яр буйында ял иткән булған

Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...
Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...

30 августа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Өфөлә, “Локомотив” баҡса ширҡәте янында, Ағиҙел йылғаһында булған хәл тураһында хәбәр килә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 йәшлек егет дуҫтары менән йылға буйында ял иткән. Һыу ингән саҡта ул ярҙан алыҫ йөҙөп китеп күҙҙән юғала.

31 августа һәләк булған егеттең кәүҙәһен ярҙан 20 метр алыҫлыҡта, өс метр тәрәнлектә табалар.

“Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы ҡотҡарыусылары ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Был осраҡ буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Был урын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған булған. Шулай уҡ яр буйында һыу инеүҙе тыйған аншлагтар ҡуйылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү ғүмер өсөн хәүефле. Хатта таныш һыу ятҡылығы ла тәрән булыуы, көслө ағым һәм башҡа йәшерен хәүеф тыуҙыра.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: @mchsrb.

Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...
Юғалған ирҙең кәүҙәһен йылғала тапҡандар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас