Хәүефһеҙлек
5 Сентября , 14:50

Ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә

Бәпес батҡанда янында әсәһе һәм тағы бер бала булған. 

Ғаиләлә ҡот осҡос фажиғәҒаиләлә ҡот осҡос фажиғә
Ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә

Ошо көндәрҙә Өфөлә ҡот осҡос фажиғә булды: әсәһе туғыҙ айлыҡ сабыйын йыуындырған саҡта ул батып үлә. Ул ни бары бер минутҡа ғына иғтибарын ситкә йүнәлтә. Ошо ваҡыт төҙәтеп булмаҫлыҡ бәлә өсөн етә лә.

Хәбәр ителеүенсә, ғаилә Өфөгә Силәбенән килгән. Сабыйҙы йыуындырған саҡта әсә янында өс йәшлек бала ла булған.

Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инцидент Өфөнөң Менделеев урамындағы күп ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә булған. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтиш-оператив төркөм килгән. Баланың үлеме факты буйынса процессуаль тикшереү үткәрелә. Махсус хеҙмәттәр ваҡиға урынын тикшерә, фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас