

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә М-5 “Урал” автомобиль юлының 1385-се километрында “Ниссан Террано” автомобиле Өфө яғынан Һамар йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә “КамАЗ” йөк машинаһы менән бәрелешкән. Бәрелеш һөҙөмтәһендә 52 йәшлек водитель идара иткән ”КамАЗ” инерция буйынса “Лада Гранта”ға һуғыла. Ватан автомобиле рулендә 27 йәшлек водитель булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Ниссан Террано”ның 54 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында уҡ вафат була, уның пассажирҙары - ете йәшлек малай һәм 46 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла.
Шулай уҡ 5 сентябрҙә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Белорет районында ике еңел автомобиль бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Авария Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 209-сы километрында булған. “Лада Приора” автомобиле Өфө яғынан Белорет йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә “Форд Фокус” автомобиленә бәрелгән. 47 йәшлек һәм 36 йәшлек водитель дә ашығыс медицина бригадаһы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат була. Әлеге ваҡытта тәфтиш-оператив саралар үткәрелә, юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә шарттары, сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, бер ваҡытта ла ашыҡмағыҙ! Һеҙҙең ҡабаланыуығыҙ ҙур фажиғәгә тарытыуы ихтимал.
Фото: скриншот.