Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь , 19:00

Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә

Янғында өс бала һәләк булған... 

Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғәБашҡортостанда ҡот осҡос фажиғә
Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә

6 сентябрҙә кис Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Нефтекама районының Әмзә ауылындағы Көньяҡ урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Иң тәүге булып килеп еткән янғынға ҡаршы-ҡотҡарыу подразделениелары бер ҡатлы йорттоң яныуын күрә. Күп тә үтмәй, улар 50 квадрат метр майҙанда асыҡ янғынды һүндерә.

Янғын һүндереүгә 28 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергәндә өс бәлиғ булмаған баланың: 12 һәм 4 йәшлек малайҙарҙың, шулай уҡ 6 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәләре табыла.

Урында ашығыс хеҙмәттәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе эшен дауам итә. Янғындың сәбәбе һәм сәбәптәре асыҡлана.

Фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын тикшереү өсөн ваҡиға урынына Баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленар Вахитов юлланды.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас