

6 сентябрҙә Нефтекама ҡалаһы иҫәбенә ингән Әмзә ауылында сыҡҡан ҡурҡыныс янғын бер юлы өс баланың ғүмерен өҙҙө. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профилле ведомстволарҙан һәм Нефтекама хакимиәтенән янғын сәбәптәрен ентекле тикшереүҙе талап итте.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, фажиғә Әмзә ауылында, балалар өйҙә яңғыҙ саҡта була. Был ғаилә социаль хәүефле хәлдә иҫәптә тора. Йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама булған, ләкин ут сыҡҡан ваҡытта ул һүндерелгән булған.
Ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты ултырышы үткәрелгән, зыян күргәндәргә тейешле ярҙам ойошторолған. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса һәләк булған балаларҙы ерләүҙе ҡала хакимиәте үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Радий Хәбиров хәүефһеҙлек системаһының ни өсөн эшләмәүен асыҡларға, шулай уҡ урындағы властарҙың имен булмаған ғаиләләрҙе контролдә тотоу буйынса эшен тикшерергә ҡушты.
– Миңә аныҡлыҡ кәрәк: хакимиәт нимә менән шөғөлләнгән? Улар был йортҡа барғанмы, юҡмы? Барыһына ла һабаҡ булһын. Өс бала һәләк булған, уларҙың ни ғәйебе бар? – тине ул.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғаилә имен булмаған, иҫәптә торған. Әсәһе балаларын яңғыҙ үҫтергән. Әлегә һәләк булған балаларҙың тормошонда ике атаның нисек ҡатнашҡаны билдәһеҙ. Фажиғә мәлендә балаларҙың әсәһен Нефтекаманан саҡ табалар. Һәләк булған өс бала ла төрлө йылдарҙә сентябрҙә тыуған. Малайҙарға 12 һәм дүрт, ҡыҙға алты йәш булған. Улар тыуған көнөнә тиклем бер нисә көн етмәгән.
Фото: МЧС.