

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 сентябрҙә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә 1974 йылғы водитель “Шевроле Нива” автомобилендә Өфөнөң Саҡмағош урамы буйлап Бөрө тракты яғына хәрәкәт иткән саҡта йәйәүлене тапатҡан. Водитель әйтеүенсә, ул кеше автомобиль юлынан атлап китеп барған.
Юл-транспорт ваҡиғаһында ир алған йәрәхәттәрҙән "Ашығыс ярҙам" автомобилендә вафат була.
Хөрмәтле йәйәүлеләр, кис утты сағылдырыусы әйберҙәр (элементтар) булған кейем кейеп йөрөгөҙ. Ул саҡта үҙегеҙҙе лә, водителдәрҙе лә бәләнән араларһығыҙ.
Фото: скриншот.