

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура райондарында өс янғын сығанағы ауыҙлыҡланған, ә Белорет районында таулы ерҙәр утты һүндереүҙе ҡатмарлаштыра. Ауылдарға хәүеф янамай.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм көстәр һәм саралар төркөмөн көсәйтеү маҡсатында райондарға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының шәхси составы, шул иҫәптән Өфө ҡалаһының 40 кешенән һәм ете берәмек техниканан торған аэромобиль төркөмө ебәрелгән.
Улар утты һүндереү һәм сығанаҡ таралыуға юл ҡуймау өсөн шөғөлләнә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиация көстәре урман янғындарын бейеклектән күҙәтә. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә.
Мәләүез, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бүздәк, Ейәнсура һәм Учалы райондарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. 9 сентябрҙә 13 муниципаль берәмектә – Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка райондарында дүрт класлы янғын хәүефе фаразлана, Хәйбулла районында - биш класлы.
Республикала, айырыуса ошо райондарҙа йәшәүселәрҙе ҡоро үләнде яндырмаҫҡа һәм янған шырпыны, тәмәкене ташламаҫҡа, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡыралар. Урманда, аҡландарҙа шешә, быяла ярсыҡтары, башҡа сүп-сар ҡалдырмағыҙ. Водителдәргә бик иғтибарлы булырға кәрәк – автомобиль тәҙрәһенән ситкә ташланған тәмәке төпсөгө етди урман янғынына сәбәпсе була ала.
Фото: @mchsrb