

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ағиҙел ҡалаһы буйынса бүлексәһенең дежур бүлегенә 44 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза биргән. Интернет аша автомобиль һатып алырға тырышып, ул 1 миллион 400 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Мәғлүм булыуынса, ир популяр мессенджерҙарҙың береһендә сит илдәрҙән автомобилдәр һатыу тураһында рекламаға тап була. Ул менеджер менән бәйләнешкә инә. Һөйләшеү барышында уға автомобиль алыу өсөн утилләштереү йыйымдарын – 1 миллион 400 мең һумдан ашыу түләргә кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Һатыусының ышаныслымы икәнен тикшермәйенсә, зыян күреүсе аҡса күсерә.
Бер мәл "компания вәкилдәре" бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Һуңынан ир мутлашыусыларҙың алдағанын аңлай һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы онлайн-һатып алыу, ҙур суммаға ҡарар ҡабул итер алдынан ентекләп уйларға саҡыра. Автомобиль һатып алғанда алдауҙың төп схемаһы - "хеҙмәт" һәм "гарантия" өсөн алдан түләүҙе талап итеү. Мутлашыусылар ялған бер көнлөк сайттарҙы һәм мессенджерҙарҙы әүҙем ҡуллана, унда оҙайлы һөйләшеүҙәр иллюзияһын тыуҙыра.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.