

Августа Архангел районының үҙәгендә 17 йәшлек питбайк водителе һәләк булды. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 5-тә 17 йәшлек үҫмер “Кайро” питбайкы руле артында Совет урамы буйлап хәрәкәт иткәндә “Лада Калина” автомобиле менән бәрелешкән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәш водитель ваҡиға урынында һәләк була. Уның менән булған үҫмер пассажир, ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатыла.
– Бәлиғ булмағандарҙа мотошлем менән элементар пассив һаҡланыу саралары юҡ. Балаларҙың мототранспорт менән идара итеүҙә төп проблемаһы үҫмерҙәр психологияһына һәм ата-әсәләрҙең сара күрмәүенә бәйле. Питбайк “ябай ҡеүәтле велосипед” йәки хәүефһеҙ уйынсыҡ тип яңылыш ҡабул ителә. Балаларҙың юлдағы эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡ тик өлкәндәргә генә йөкмәтелә. Ата-әсә техника һатып алып, балаларын фажиғәгә тарыта йәки инвалид итә, – тине Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл алты айҙа республика юлдарында аварияларҙа ете бала һәләк булған, шуларҙың алтыһы – пассажир. Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, юл-транспорт хәрәкәтендә йәш пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейдтар даими үткәрелә. Улар барышында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр менән аңлатыу эше алып бара, балаларҙы ташыу буйынса ҡануниәт талаптары үтәлешен күҙәтеүҙе көсәйтә.
Ошондай иҫкәртеү эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, ата-әсә балаларына мотоцикл, питбайк кеүек транспорт алып биреүен дауам итә, бәлиғ булмағандарға автомобилгә идара итергә рөхсәт бирә. Быға тиклем транспорт сараһы рулендә тотолған йәки аварияға тарыған балалар өсөн уларҙың ата-әсәләре административ эш, штраф менән ҡотолһа, хәҙер иһә улар енәйәт яуаплылығына ла тарттырыла. Мәҫәлән, яңыраҡ Межгорьеҡалаһы прокуратураһыурындағы 44 йәшлек кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.УлРФ Енәйәт кодексының 151.2-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепләнә (бәлиғ булмаған кешене уның ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған ғәмәлдәргә йәлеп итеү).
Мәғлүм булыуынса, 44 йәшлек атай 15 йәшлек улына мотоцикл һатып алып бүләк итә. Үҫмерҙең уны йөрөтөүгә хоҡуғы ла, шулай уҡ шлемы ла, страховкаһы ла булмай. Июлдә полиция хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙе рулдә күреп, туҡтатырға теләй, әммә ул ҡасып маташа. Әлбиттә, алыҫ китеп өлгөрмәй, уны тоталар һәм бер нисә протокол төҙөйҙәр. Тәфтишселәр фаразы буйынса, ир алдан, былтыр августа уҡ, улына “тимер ат” һатып алған. Баланың был транспортҡа идара итеүгә танытмаһы булмаһа ла. Ошо ғәмәл менән атай үҫмерҙе дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығарған.
Был осраҡта нимә янай? Үрҙә әйтелгән статьяға ярашлы, максималь мөҙҙәт – ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү. Альтернатива булараҡ, 80 мең һумға тиклем штраф йәки мотлаҡ эштәр. Әммә иң мөһиме – таҙа биографияһының ғүмерлеккә боҙолоуы. Ә транспортта хоҡуҡһыҙ йөрөү һәм полициянан ҡасыу өсөн бөтә штрафтар ҙа ата-әсәһенең янсығынан түләнәсәк. Тәфтишселәр билдәләүенсә, мотоцикл – юғары хәүеф сығанағы. Уға күнекмәләрһеҙ һәм һаҡлау саралары кеймәйенсә идара итеү – ғүмер менән шаярыу. Әлеге эштә, бәхеткә күрә, ҡорбандар булмаған, әммә атай кешене хәҙер хөкөм итәләр. Ә үҫмерҙе бәлиғ булмағандар эше буйынса иҫәпкә ҡуялар.
Питбайк уйынсыҡ түгел. Йылбашынан Башҡортостан юлдарында балалар үлеме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан.Төп сәбәбе – үҫмерҙәр питбайктаррулеартында һәләк була.
Питбайк транспорт түгел, ә спорт инвентары. Уның номерҙары, боролоу сигналдары, фаралары юҡ. Юлға сығырға ярамай – был хәүефле.
Ата-әсәләр, онотмағыҙ: һеҙ генә балағыҙҙы яҡлай алаһығыҙ. “Матур” уйынсыҡты түгел, ә тормошто һайлағыҙ. Балаларменән һөйләшегеҙ. Аңлатығыҙ. Ҡайһыберҙә “юҡ” тип әйтеү — һеҙҙең тормошоғоҙҙағы иң яуаплы эш.
Питбайк йәки самокат руле артында баланы күрһәгеҙ, туҡтатығыҙ. Бәлки, тап ошо һүҙ уның ғүмерен ҡотҡарыр, битараф үтеп китмәгеҙ. Эргәһенә килеп: “Был хәүефле. Йөрөргә ярамай”, – тип әйтегеҙ.
Фото сығанағы: БР Дәүләт автоинспекцияһы.