

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлексәһе 2012 йылда тыуған бәлиғ булмаған Голинская Александра Сергеевнаны эҙләй.
Ҡыҙҙың Өфө районы биләмәһендә, Зубово ауыл советында урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә йәшәүе билдәле. Ул 7 сентябрҙә өйөнән сығып китә, һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Юғалған ҡыҙҙы енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар, шулай уҡ башҡа полиция подразделениелары хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Ориентирлау бөтә яҡын территориаль эске эштәр органдарына йүнәлтелгән.
Оператив-эҙләү саралары барышында юғалған ҡыҙҙың ҡайҙалығын уның таныш егеттәренең береһе белә алыуы асыҡлана, уның шәхесе әлеге ваҡытта асыҡлана.
Әгәр һеҙ был йәш кешене фотонан таныһағыҙ йәки Александраның ҡайҙалығын белһәгеҙ, шунда уҡ полиция менән бәйләнешкә инеүегеҙҙе һорайҙар: 279-49-34, 8-999-741-12-15 (тәүлек әйләнәһенә), 279-26-90, 279-32-92, 02 (мобиль телефондан — 102) йәки яҡындағы полиция бүлегенә еткерә алаһығыҙ.