Хәүефһеҙлек
10 Сентября , 09:30

Ни өсөн ҡала буйлап питбайкта йөрөргә ярамай?

Питбайкта дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу – ул туранан-тура законды боҙоу

Ни өсөн ҡала буйлап питбайкта йөрөргә ярамай?Ни өсөн ҡала буйлап питбайкта йөрөргә ярамай?
Ни өсөн ҡала буйлап питбайкта йөрөргә ярамай?

Питбайк транспорт сараһы түгел, ә ябыҡ трассаларҙа һәм махсус майҙансыҡтарҙа йөрөү өсөн тәғәйенләнгән спорт инвентары.

Унда:

  • фаралар, боролоу сигналдары һәм артҡы күренеш көҙгөләре юҡ;
  • траспорттың техник саралар паспорты юҡ;
  • дәүләт номерҙары юҡ, дәүләт автоинспекцияһында теркәлмәгән.

Шуға күрә лә унда ғәҙәти автомобиль юлдарында йөрөргә ярамай. Питбайкты күнекмә урынына тик кузовта йәки тағылмала ғына алып барырға мөмкин.

Дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу – ул туранан-тура законды боҙоу. Дәүләт автоинспекторы шунда уҡ питбайкты штраф туҡталҡаһына ебәрә, ә яза ҡағиҙә боҙоусының йәшенә бәйле була:

  • 16 йәштән алып водителдәргә – 5000 һумдан 15000 һумға тиклем штраф;
  • 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн ата-әсә яуаплы: уларға идара итеүҙе водитель таныҡлығыһыҙ кешегә тапшырған өсөн 30000 һум һәм ата-әсә бурыстарын үтәмәгән өсөн 2000 һумға тиклем штраф һалына.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас