

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала алты урында тәбиғәт янғыны теркәлгән.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм көстәр һәм саралар төркөмөн көсәйтеү маҡсатында Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура райондарына ведомствоның шәхси составы, шул иҫәптән Өфө ҡалаһының 40 кешенән һәм ете берәмек техниканан торған аэромобиль төркөмө ебәрелгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиация көстәре урман янғындарын һауанан күҙәтә. Һанлы мәғлүмәттәр ғәмәлдәге ваҡыт режимында эшкәртелә һәм сифатлыраҡ, оператив яуап биреү өсөн ҡулланыла.
Ауылдарға хәүеф янамай. Һүндереү һәм ҡарауыллау үткәрелә. Баш идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола.
Республикала 11 муниципаль берәмектә – Әбйәлил, Баймаҡ, Бәләбәй, Бүздәк, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка райондарында 4-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. Хәйбуллала 5-се класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тора.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- ҡоро үләнде яндырмағыҙ;
- тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ;
- хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ.
Әгәр янғынды күрһәгеҙ, шунда уҡ 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ!
Фото: @mchsrb.