Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь , 07:00

Юғалған 14 йәшлек ҡыҙҙы нисек тапҡандар?

Ҡыҙ ата-әсәһе менән талашҡандан һуң өйөнән сығып киткән. Уны бер нисә көн ирекмәндәр, полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләне, ә Тәфтиш комитеты енәйәт эше асты. Уны ҡайҙа тапҡандар һәм нисек тотҡарлағандар? Ярай әле яҡшы кешегә осраған... Уҡығыҙ:

Юғалған 14 йәшлек ҡыҙҙы нисек тапҡандар?Юғалған 14 йәшлек ҡыҙҙы нисек тапҡандар?
Юғалған 14 йәшлек ҡыҙҙы нисек тапҡандар?

Өфө эргәһендәге ауылдан 14 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһындағы мәғлүмәт күптәрҙе хәүефкә һалды. Ул 7 сентябрь өйөнән сығып китеп эҙһеҙ юғалғайны.  10 сентябрҙә генә уның ҡайҙалығы тураһында билдәле була.

”Башинформ”да яҙылыуынса, уҡыусы ата-әсәһе менән талашып өйҙән сығып китә. Үҙе опекуны булып торған өләсәһе менән йәшәгән. Ҡыҙҙың юғалыуы тураһында ла полицияға өләсәһе хәбәр иткән. Эҙләүгә хоҡуҡ һаҡсылары, ирекмәндәр ҡушыла, ҡыҙҙың билдәләре буйынса мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә таратыла.

Бер нисә тәүлек ҡыҙҙың ҡайҙа булғанлығы әлегә билдәһеҙ. Ә уны бер туғанының фатирында, дөрөҫөрәге, күршеһенекендә тапҡандар. Өфөлә йәшәгән инәһенә килеп, уныһы өйҙә булмағас, күршеһенән һорарға уйлаған ҡыҙҙы интернеттағы эҙләү тураһындағы мәғлүмәттәрҙән танып ҡалған ҡатын полицияға хәбәр итә. Уға ҡыҙҙы тотҡарлап торорға ҡушыла. Уяу күрше ҡатыны “ҡасҡалаҡты” фатирына инеп инәһен көтөргә саҡыра.

Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала килеп етә һәм уҡыусыны тотҡарлап тикшереүселәр ҡулына тапшыра ла инде. Әле ҡыҙ өйөндә өләсәһе ҡарамағында.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас