Хәүефһеҙлек
12 Сентября , 12:25

Юлда йәнә үлем...

 17 йәшлек егет һәләк була. Ҡалғандары - дауаханала...

Юлда йәнә үлем...Юлда йәнә үлем...
Юлда йәнә үлем...

11 сентябрь кис Хәйбулла районының Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлында  “Лада”ның 37 йәшлек водителе “КамАЗ”-ды уҙып барғанда уның ситенә бәрелә. Ҡаҡлығыуҙан еңел автомобиль юл ситенә әйләнеп осоп барып ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, салондағы 17 йәшлек пассажир ваҡиға урынында уҡ вафат була.

Водителдең машина йөрөтөүгә танытмаһы булмағанлығы асыҡлана. Ул үҙе һәм тағы ике йәш пассажиры (17 һәм 18 йәшлек егеттәр) төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Авария буйынса тикшереү үткәрелә.

Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, эргәгеҙҙәге һәм юлдағы башҡа кешеләрҙең дә ғүмере өсөн яуаплы икәнегеҙҙе иҫтән сығармағыҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас