

Урманға бәшмәк йыйырға барған өс ҡатын ҡыуаҡлыҡтан сыҡҡан айыу менән күҙмә-күҙ осраша. Хәл Благовещен районының Ильина Поляна ауылы янында булған, тип хәбәр итәләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Бәхеткә күрә, айыу үҙен тыныс тотҡан.
Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә урманға бәшмәк йыйырға барған өс ҡатын айыу менән күҙмә-күҙ осрашҡан. Йыртҡыс урмандан сығып, уларға яҡынлаша, артҡы аяҡтарына баҫып, кешеләрҙе еҫкәй. Ҡатындар көслө итеп ҡысҡыра һәм һөрәнләй башлай, шунан ғына тайыш табан китә.
Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы егерҙары был биләмәне тикшерә, уның барышында айыу эҙҙәрен таба. Хайуан ҡабаттан күренһә һәм граждандарҙың ғүмеренә хәүеф янаһа, хеҙмәткәрҙәр уны булған рөхсәт нигеҙендә ауларға әҙер.
Бәшмәк йыйыуҙың әүҙем миҙгеле башланыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы граждандарға урманда һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
Тәбиғәткә яңғыҙ сыҡмау хәйерле. Кешеләргә урманда үҙҙәрен белдереп, тауыш сығарып йөрөргә кәңәш ителә. Был ҡырағай хайуандар осраҡлы рәүештә бик яҡын килмәһен өсөн кәрәк. Шулай уҡ йығылып ятҡан йәки хайуан үләкһәһе табылһа, мөмкин тиклем тиҙерәк был урындан китергә ашығырға, сөнки ул айыуҙың табышы булыуы мөмкин, ә йыртҡыс ваҡыты-ваҡыты менән уның эргәһенә килеп йөрөй.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.