Хәүефһеҙлек
13 Сентября , 01:00

Иғтибар итегеҙ: яңы алдашыу схемаһы

Йыш ҡына өйҙә тормаған кешеләр, һаҡ булығыҙ!

Иғтибар итегеҙ: яңы алдашыу схемаһыИғтибар итегеҙ: яңы алдашыу схемаһы
Иғтибар итегеҙ: яңы алдашыу схемаһы

Республика халҡын яңы алдашыу схемаһы хаҡында иҫкәртәләр.

Телефон мутлашыусылары яңы тағы бер алдау схемаһын уйлап тапҡан — иҫәпләү приборҙарын тиҙ тикшереү. 

«Белгес» шылтыратып, счетчиктарҙы планлы тикшереү ваҡыты еткәнен белдерә һәм фатирға инергә рөхсәт һорай. Хужаның әле өйҙә булмауын ишеткәс, мутлашыусы шунда уҡ «уңайлы вариант» тәҡдим итә: онлайн‑заявка аша тиҙләтелгән тәртиптә тикшереү үткәрергә.

Һөйләшеү барышында мутлашыусылар sms-хәбәрҙән шәхси мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеген биргән кодты белергә тырыша. Маҡсаттарына өлгәшкәс, артабан улар банктағы аҡса иҫәптәрен бушатырға йәки кредиттар алырға, йәки, әгәр банк хәүефһеҙлек сараһын күрһә, кешене быларҙың барыһын да үҙен эшләргә мәжбүр итергә мөмкин.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас