

Банк картаһын тапҡас, уның хужаһын эҙләп маташмағыҙ. Бәлки, уны тапҡанға ҡәҙәр кемдер аҡсаһын алырға өлгөргәндер, уғрылыҡта һеҙҙе ғәйепләүҙәре мөмкин. Картаны мутлашыусыларҙың юрый “онотоп” ҡалдырыуҙары ла ихтимал. "Аҡсаһы юғалған” тип, һеҙҙән уны ҡайтарыуҙы талап итәсәктәр.
Бындай осраҡта ни эшләргә? Банкка хәбәр итегеҙ. Картала “ҡыҙыу линия”ның номеры бар. Шылтыратып, хәлде аңлатығыҙ. Хеҙмәткәрҙәр уны ҡулланыуҙы туҡтатып, карта хужаһына хәбәр итәсәктәр. Шулай уҡ яҡындағы банк бүлексәһенә тапшырырға мөмкин. Әгәр үтенесегеҙгә ҡолаҡ һалмаһалар, картаны полицияға илтегеҙ.
Нимә эшләргә ярамай? Банкоматта ҡалдырылған картаны алмағыҙ. Социаль селтәргә уны фотоға төшөрөп һалырға ярамай. Кадрға уның номеры, ҡулланыу срогы һәм хужаһының исеме эләкһә, был мәғлүмәтте мутлашыусыларҙың файҙаланыуы ихтимал.
Сит кешенең картаһы менән түләргә ярамай. Рәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы, был уғрылыҡ тип иҫәпләнә. Яза ҡаты – 500 мең һумға тиклем штраф йәки алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
Фото: "Башинформ".