

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 13 сентябрҙә Өфө янындағы юлдағы аварияла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отрядының 1-се класлы ҡотҡарыусыһы Павел Сергеевич Колосов фажиғәле һәләк булған. Уға ни бары 31 йәш була.
Павел Сергеевич ҡотҡарыу эшенә 10 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Ул грамоталы, юғары әҙерлекле профессионал, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күп тапҡыр сыҙамлылыҡ һәм оҫталыҡ күрһәтә. Отрядтың ғорурлығы була: спорт командаһы капитаны, ә 2025 йылда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылар күпбәйгеһе буйынса спорт мастеры нормативын лайыҡлы үтәй. Коллегалары өсөн ул ышаныслы иптәш кенә түгел, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, шулай уҡ йәш хеҙмәткәрҙәр менән тәжрибә уртаҡлашыусы һиҙгер остаз була.
Павел Сергеевич ведомство наградаларына лайыҡ булған, әммә уның төп наградаһы - хеҙмәттәштәре менән бергә ҡотҡарған кеше ғүмерҙәре һәм ихлас ихтирам. Павел Сергеевичтың ҡатыны һәм алты йәшлек улы ҡалған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлда булған авариялар күп осраҡта фажиғәле тамамлана һәм унан бер кем дә яҡланмаған. Яҡлаулы булыу өсөн һәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш, шул скҡта ғына бындай ҡайғы беҙҙе урап үтер.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы.