

Кисә кис Өфө – Инйәр – Белорет юлында ҡурҡыныс авария булған. Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, 44 йәшлек “ВАЗ-2114” водителе Өфө яғынан хәрәкәт иткәндә ҡаршы килгән “Чери Тигго” һәм "КамАЗ" автомобилдәренә бәрелгән.
Алынған йәрәхәттәрҙән ватан еңел машинаһы водителе һәм уның 39 йәшлек пассажиры урында уҡ вафат була.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, тәүҙә был аварияла “Чери Тигго” һәм “ВАЗ-2114” автомобилдәре бәрелешә. Бынан һуң ватан машинаһы “КамАЗ”ға бәрелә һәм ҡаршы һыҙатҡа осоп сыға, ә сит ил машинаһы юлдан канауға барып төшә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында ”ВАЗ-2114”тең водителе һәм пассажирынан тыш, ошо уҡ машинала ултырған өс пассажир төрлө йәрәхәттәр ала. Уларҙың икәүһе бала булған, дауалау учреждениеларына оҙатылғандар. Бынан тыш, “Чери Тигго” кроссоверынан ике үҫмер зыян күрә, улар ҙа дауаханаға оҙатыла.
Авария сәбәптәрен асыҡлауҙы район прокуратураһы үҙ контроленә алған һәм тикшереү дауам итә.
Фото: Башҡортостан Прокуратураһы.