Хәүефһеҙлек
22 Сентября , 19:30

Һәләк булыр алдынан иренә шылтыратып өлгөргән

Дүртенсе һәләк булған ҡатын яңы ғына ғаиләһе менән ялдан ҡайтҡан булған...

Һәләк булыр алдынан иренә шылтыратып өлгөргәнҺәләк булыр алдынан иренә шылтыратып өлгөргән
Һәләк булыр алдынан иренә шылтыратып өлгөргән

Кисә Стәрлетамаҡтағы сауҙа комплексында булған янғын бар республиканы тетрәндерҙе. Уйламағанда дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, 11 кеше төрлө йәрәхәттәр алды.

Алдар хәбәр итеүебеҙ буйынса, янғында өс бер туған ҡатын һәләк булды: 33 йәшлек Виктория, 45 йәшлек Елена һәм 29 йәшлек Елизавета. Улар сауҙа үҙәгенә әсәләренә бүләк һайларға тип килгән, уның өс көндән тыуған көнө булған. Шулай уҡ яҙылыуынса, комплекста ҡатындарҙың береһенең ательеһы булған.

Әле яңы мәғлүмәттәр асыҡланды. Ҡатындарҙың береһенең ире Василий һөйләүенсә, уның ҡатыны янғын башланғас шылтыратҡан. Ир был ваҡытта эштә булған, ул тәүлекләп эшләгән.

– Янғын башланғас ул миңә шылтыратты. Нимә эшләргә, нисек сығырға икәнлеген аңлаттым. Тик был ярҙам итмәне. Өлгөрмәнеләр. Пластиктың нисек янғанын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Унда “ах” тип әйтергә лә өлгөрөп булмай. Тәҙрәләрҙе лә асып өлгөрмәгәндәр, – тип һөйләгән ир.

Әйткәндәй, дүртенсе ҡорбандың кемлеге лә асыҡланды. Ул – 51 йәшлек Елена, заводта эшләгән. “Ҡояшлы” сауҙа комплексына тауар артынан килгән. Фажиғәгә тиклем ул ире һәм 19 йәшлек улы менән Сочи ҡалаһында ял иткән, үткән аҙнала ғына ҡайтҡан булған.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булған дүрт кеше лә сығыу урындарынан ут һәм төтөн менән айырылған. Зыян күреүселәр һаны 11-гә тиклем еткән.

Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларында бөтә сауҙа майҙансыҡтары тикшереләсәк — Радий Хәбиров ошондай йөкләмә бирҙе.

Фото: федераль телеграм-каналдар. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас