

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ҡояшлы” сауҙа-сервис комплексында янғында һәләк булған өс апалы-һеңлеле ерләнде. Улар менән хушлашырға йөҙҙәрсә кеше килә. Улар араһында мәрхүмдәрҙең туғандары, дуҫтары, яҡындары, хакимиәт вәкилдәре, шул иҫәптән ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов, шулай уҡ битараф булмаған кешеләр булған.
Фажиғә 22 сентябрҙә була. Был фажиғәле көндә 29 йәшлек Елизавета, 33 йәшлек Вика һәм 45 йәшлек Елена ТСК-ның бер бинаһында бергә булалар. Өлкәндәре Елена икенсе ҡатта урынлашҡан “Мастерица” ательеһы хужаһы була, һәм кесеһе уға салбарын ҡыҫҡартырға килә. Һуңынан уларға уртансы Виктория ла ҡушыла. Уның шул уҡ “Ҡояшлы”ла сәс үҫтереү буйынса салоны булған. Бер мәл бинала төтөн еҫе һиҙелә, һуңынан янғын сыға, һәм тирә-яҡ ҡуйы әсе һөрөм менән ҡаплана.
– Мин Лена шылтыратҡан мәлдә эштә инем, – тип һөйләгән KP.RU-ға Еленаның ире Василий. – Ул: "Беҙ янабыҙ!" тип ҡысҡырҙы, мин йәһәт кенә уның янына киттем. Һуңынан уға бер нисә тапҡыр шылтыраттым, әммә ул трубканы бүтән алманы.
Василий янған бинаға инергә теләй, әммә уны үткәрмәйҙәр, янғын һүндереүселәр эшләй. 40 минуттан һуң кәүҙәләрҙе сығара башлағандарын күрә...
– Беренсе булып иң кесеһе Лизаны, һуңынан Виканы сығарҙылар, һуңғыһы минең ҡатыным булды, – тип хәтерләй Еленаның ире.
Билдәле булыуынса, иң йәш ҡатындың – 29 йәшлек Лизаның 7 йәшлек улы ҡалған. Быйыл ул беренсе класҡа ғына барған. Уның ире Юлай махсус хәрби операцияла. Виктория менән Елена ла әсәйҙәр: беренсеһенең ике бәлиғ булмаған балаһы бар, икенсеһенең - 19 йәшлек улы. Социаль селтәрҙәрҙән күренеүенсә, өлкән апалары яман шеш менән көрәшеп, ҡурҡыныс сирҙе еңгән булған. Был турала уның улы яҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс апалы-һеңлеленән тыш, ҡот осҡос янғында 51 йәшлек Елена исемле ҡатын һәләк була. Уның да 19 йәшлек улы ҡала.
Әле был эште тикшереү дауам итә. Беҙ һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Өфө.