Хәүефһеҙлек
27 Сентября , 14:23

Оло юлда ауыр авария

Был бәрелештә тере ҡалыу мөмкин булмаған... 

Оло юлда ауыр аварияОло юлда ауыр авария
Оло юлда ауыр авария

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Авария Өфө – Ырымбур юлының 116-сы километрында теркәлә.

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Nissan X-Trail” менән идара иткән 70 йәшлек ир икенсе дәрәжәле һыҙаттан сыҡҡанда йөк автомобиленә юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә “DAF” йөк машинаһы джипҡа шул тиклем ныҡ бәрелә, водитель ауыр йәрәхәттәр ала. Ул ваҡиға урынында вафат була.

Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре авария шарттарын асыҡлай.

Фото: ДАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас