

Бөгөн Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 14-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2112 руле артындағы ир, Шишмә ҡасабаһы яғынан Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡаршы килгән мәктәп автобусы менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел машинаның водителе һәм пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, автобус механик зыян күрә.
Мәктәп автобусы Осоргино ауылына табан хәрәкәт иткән. Салонда 21 бала һәм бер өлкән оҙатыусы була, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән.
Фото: "Башинформ".