

Сибай ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл барыһын да шаңҡытты. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибай ҡалаһындағы фатирҙарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Торлаҡтан бысаҡ менән яраланған үҫмер ҡыҙ ҡотолоп сыға алған.
Яҡынса мәғлүәмтәтр буйынса, 17 йәшлек Настя (исемдәр үҙгәртелгән) 19 йәшлек Тимур менән интернетта таныша һәм оҙайлы ваҡыт яҙышалар. Фажиғә булыр көндә йәштәр осраша. Настя Тимур йәшәгән фатирға килә. Ниндәйҙер ваҡытта егет ҡыҙға бысаҡ менән ташлана, үҙе фатирға ут төртә. Янғынды урамда ултырған йәш пар күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға, тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итә. Ишекте ҡанға мансылған ҡыҙ аса һәм шунда уҡ иҫен юғалта. Фажиғәнең сәбәптәрен тулыһынса асыҡлау өсөн әле тикшереү бара.
Урынға килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә алған. Егет ваҡиға урынында йән биргән. Ҡыҙҙы ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатҡандар. Бәхеткә күрә, табиптарҙың тырышлығы менән Настяның ғүмерен һаҡлап ҡалына.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һөжүм иткән егет антидепрессанттар ҡабул итеп йөрөгән. Уның ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәктәре булған, хатта әсәһен дә өйгә индермәгән саҡтары осраған. Егет психиатр күҙәтеүендә торған, һуңғы тапҡыр табипҡа фажиғәгә тиклем ике аҙна алдан барған була.
Тикшереү комитеты хәлде тулыһынса асыҡлар. Шулай ҙа йәш ҡыҙҙарға ныҡлап белеп етмәгән егеттәр менән һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ.
Фото: "Башинформ"