Хәүефһеҙлек
5 Октября , 03:00

Мутлашыусыларға 2,5 миллион һум аҡсаһын биргән

Өфө полицияһына мутлашыусылар ҡорбаны булған 65 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мутлашыусыларға 2,5 миллион һум аҡсаһын биргәнМутлашыусыларға 2,5 миллион һум аҡсаһын биргән
Мутлашыусыларға 2,5 миллион һум аҡсаһын биргән

Тәүҙә уға «элекке коллега»һынан хәбәр килә, ул «фсб хеҙмәткәре» шылтыратыуы тураһында иҫкәртә. Ялған именлек хеҙмәте хеҙмәткәре пенсионерға уға терроризмды финанслауы һәм бының өсөн енәйәт яуаплылығы янауын белдерә. Артабан «Үҙәк банк хеҙмәткәре» аҡсаны хәүефһеҙ һаҡлау өсөн курьерға тапшырырға тәҡдим итә.

Һөҙөмтәлә ир аферистарға 2,5 миллион һум самаһы аҡсаһын бирә. Аҙаҡтан ғына уның алданыуы асыҡлана, уға полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр. РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәтергә төшөрә: банк, Федераль именлек хеҙмәте һәм полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша SMS кодтарын һорамай. Был - мутлашыу билдәһе.

 

Э. Ибраһимова фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова