0 °С
Облачно


9 октябрҙә Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү төбәк системаһын комплекслы тикшереү саралары уҙғарыла. Был көндө 3 минутҡа тиклем сиреналар ҡысҡырасаҡ, шулай уҡ теле- һәм радиотапшырыуҙар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ.
Был “Барығыҙҙың да иғтибарына!” тигән ғәҙәти сигнал буласаҡ. Паникаға бирелеп ҡуймағыҙ. Сигналды тапшырыу сәбәптәре тураһында мәғлүмәтте тыңлағыҙ.
Халыҡҡа түбәндәге мәғлүмәт еткереләсәк: “Халыҡҡа хәбәр итеү системаһы әҙерлеге тикшерелә. Тыныслыҡ һаҡлауығыҙ һорала!”
Автор фотоһы.