Хәүефһеҙлек
17 Октября , 05:10

Һәләкәт урынына килгән туғандары ла шок кисерә һәм уны дауаханаға алып китәләр

Өфөләге юл-транспорт ваҡиғаһында алты бала зыян күрә. Урынға килеп еткән һәләкәткә эләгеүселәрҙең туғандарын да бындағы хәл тетрәндерә. Һәм ул да табиптар ҡулына эләгә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәләкәт урынына килгән туғандары ла шок кисерә һәм уны дауаханаға алып китәләрҺәләкәт урынына килгән туғандары ла шок кисерә һәм уны дауаханаға алып китәләр
Һәләкәт урынына килгән туғандары ла шок кисерә һәм уны дауаханаға алып китәләр

Өфөләге Дуҫлыҡ монументы янындағы юл-транспорт һәләкәтенән һуң алты бала дауаханаға оҙатылған.

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, Kia, Mercedes һәм BMW бәрелешә. Минивэн түңкәрелеп китә. Алты бала - ике һәм ете айлыҡ, шулай уҡ ике йәшлек сабыйҙар, 10 һәм 13 йәшлек үҫмерҙәр дауаханаға медицина тикшереүе үтергә ебәрелгән. Бишәүһенең баш мейеһе һелкенгән һәм шулай уҡ баш һөйәге йәрәхәттәре алғандар. Йәнә ике өлкән кеше һәм зыян күреүселәрҙең туғаны дауаханаға оҙатыла. Ул урынға килә һәм күргән хәлдән ҙур тетрәнеү кисерә.

Ҡотҡарыусылар һәм табиптар урында һәләкәткә эләккәндәргә кәрәкле ярҙамды күрһәткән.

 

Фото: Башҡортостан ДАИ-һы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова