Хәүефһеҙлек
22 Октября , 06:30

Ҡот осҡос аварияла ете вахтасы үлгән

Уларҙың Сибай, Баймаҡ кешеләре булыуы ихтимал... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡот осҡос аварияла ете вахтасы үлгәнҠот осҡос аварияла ете вахтасы үлгән
Ҡот осҡос аварияла ете вахтасы үлгән

Бөгөн ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында билдәле булды: Төмән өлкәһендә Тубыл янындағы федераль трассалағы фажиғә ете кешенең ғүмерен өҙгән.

“Фольксваген Каравелла” микроавтобусы Төмән – Ханты-Манси федераль автомобиль юлының 276-сы километрында “Ман” йөк машинаһының артҡы өлөшөнә барып инә. Юл-транспорт ваҡиғаһы “Юл эштәре” билдәһе зонаһында була, йөк машинаһы автомобилдәр колоннаһында реверсив хәрәкәт менән светофор янында һуңғы булып торған. Көслө бәрелештән “Фольксваген” янып китә.

Авария һөҙөмтәһендә микроавтобустың биш пассажиры машина эсендә янып үлә, икәүһен сығарып өлгөрәләр, әммә улар алған йәрәхәттәренән һәләк була.

33 йәшлек водитель һәм бер микроавтобус пассажиры ғына иҫән ҡалған, улар дауаханаға оҙатылған. Хәрәкәт өлөшләтә сикләнгән, реверсив режимда башҡарыла. Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәрәкәтте көйләй.

Әлеге ваҡытта һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана. Фаразлауҙар буйынса, улар Башҡортостандың Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан Сорғотҡа юлланған вахтасылар булыуы ихтимал.

Фото: Төмән өлкәһе буйынса ДАИ. 

Ҡот осҡос аварияла ете вахтасы үлгән
Ҡот осҡос аварияла ете вахтасы үлгән
Автор:Альфия Мингалиева