Хәүефһеҙлек
23 Октября , 12:40

“Бөтә нәмә янып бөткән, шәхестәрен асыҡларлыҡ түгел"

Кисә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Төмән өлкәһендә Тубыл янындағы федераль трассалағы фажиғә ете кешенең ғүмерен өҙҙө.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Бөтә нәмә янып бөткән, шәхестәрен асыҡларлыҡ түгел"“Бөтә нәмә янып бөткән, шәхестәрен асыҡларлыҡ түгел"
“Бөтә нәмә янып бөткән, шәхестәрен асыҡларлыҡ түгел"

Кисә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Төмән өлкәһендә Тубыл янындағы федераль трассалағы фажиғә ете кешенең ғүмерен өҙҙө.

“Фольксваген Каравелла” микроавтобусы Төмән – Ханты-Манси федераль автомобиль юлының 276-сы километрында “Ман” йөк машинаһының артҡы өлөшөнә барып инеп, янып китте. Юл-транспорт ваҡиғаһы “Юл эштәре” билдәһе зонаһында була, йөк машинаһы автомобилдәр колоннаһында реверсив хәрәкәт менән светофор янында һуңғы булып торған.

Авария һөҙөмтәһендә микроавтобустың биш пассажиры машина эсендә янып үлә, икәүһен сығарып өлгөрәләр, әммә улар алған йәрәхәттәренән һәләк була.

33 йәшлек водитель һәм бер микроавтобус пассажиры ғына иҫән ҡалған, улар дауаханаға оҙатылған.

Хәбәр ителеүенсә, рулдә шәхси такси хужаһы Эльдар үҙе ултырған. Ул пассажирҙар ташыу тармағында оҙаҡ йылдар эшләй, водитель стажы – 15 йыл, әммә һуңғы йылда ғына ла ете тапҡыр штрафҡа эләккән.

Машина Сорғот ҡалаһына китеп барған, унда вахта менән эшләгән кешеләр ултырған. Маршрут Сибай ҡалаһында башланған. “АиФ Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Сибайҙан машинаға ике кеше Роберт менән Адис ултырған. Ҡалған кешеләр Магнитогорскиҙан ултырған. Ҡайһы бер сығанаҡтар әйтеүенсә, дүрт ир һәм өс ҡатын булған.

Водитель менән бергә аварияла 57 йәшлек ир ҙә иҫән ҡалған. Уларҙың икеһе лә әле дауаханала, хәлдәре уртаса һәм ауыр тип баһалана.

“АиФ” такси хеҙмәтенә шылтыратҡас, етәкселәре реанимацияла аңһыҙ тип әйткәндәр, шуға улар бер нимә лә әйтә алмаған. Иҫән ҡалған ирҙең кемлеге лә әлегә билдәһеҙ. Диспетчер әйтеүенсә, көслө янғында бөтә телефондар ҙа янған, шуға уларға шылтыратыу мөмкин түгел.

Фото: ДАИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева