

Мәләүездә йәшәүсе 24 йәшлек ир-егет полицияға аҡса урлатыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Йәш кеше эшкә урынлашырға маташҡанда ҙур сумманы юғалта.
Бер ваҡыт уның телефонына ҙур нефть компанияһына эшкә урынлашырға тәҡдим менән хәбәр килә. Егет үҙенә тейешле вакансия һайлаған, шунан һуң уға тултырыу өсөн «анкета» ебәргәндәр. Ысынбарлыҡта иһә был «apk» форматындағы файл булып сыға. Уны асып, ир-егет үҙенең телефонына ҡушымта урынлаштыра, шуның ярҙамында енәйәтселәр уның банк иҫәбенән бөтә сумманы — 80 мең һумдан ашыу аҡсаны күсереп ала.
Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Абай булығыҙ! Шикле файлдарҙы, һылтанмаларҙы асмағыҙ, смс-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Мутлашыусылар әленән-әле яңы ысулдар уйлап табып тора. Телефондан шикле ят әҙәмдәр шылтыратһа, иң яҡшыһы - улар менән һөйләшмәү, трубканы һалып ҡуйыу.
Э. Ибраһимова фотоһы.